top of page

      Тәбиғәттең ап-аҡ ҡарҙарға сорналып,аҡлыҡ-паклыҡ йырын йырлап, аҡ биләүҙәрҙә тирбәлгән сағы.Моғайын, ҡыш миҙгелендә тыуғанғалыр ошо илаһи миҙгелде яратам мин. Уҡытыусы булараҡ, тәбиғәттең ошо гүзәллеге,ошо һиллеге, ошо сафлығы күңелемә яҡын. Сөнки, уҡыусыларымдың күңеле лә ошо аҡ ҡар кеүек аҡ бит.Был аҡ биткә мин уларҙың киләсәген билдәләрлек,киләсәгенә өмөт уятырлыҡ, киләсәгенә нигеҙ һалырлыҡ аҡ уйҙар, аҡ хыялдар, аҡлыҡ күпере төшөрөргә бурыслы.

      Мин, Фазлыева Дилбәр Миниәхмәт ҡыҙы, Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Ейәнсура районының иң матур ауылдарының береһе булған Иҙәш ауылында тыуып үҫкәнмен. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Салауат педагогия училещеһында белем алғандан һуң, район үҙәге Иҫәнғол ауылының 2-се урта мәктәбенә эшкә урышлаштым. 1993 йылдан башлап Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға индем. 1998 йылда юғары белем алыу тураһындағы дипломды ҡулға алдым. Ғүмеремде балаларға белем биреүгә бағышланым.Әле Үтәғол урта мәктәбендә уҡыусыларыма туған тел серҙәрен төшөндөрәм. Тиҫтәләгән күҙҙәр һәр көн минең ни әйтеремде, ни эшләремде, ни ҡылырымды күҙәтә.Ниндәй яуаплылыҡ?!

      Үҙ фәнемде бик яратам. Балаларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләйем. Уҡыусы һинең фәнеңде яратһын өсөн дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәреү мөһим. Шуның өсөн мин гел эҙләнеүҙә.

      Әле бына өйөрөлөп ҡарҙар яуа. Шундай һиллек, шундай мөғжизә! Бына ошо барлыҡты мин уҡыусыларымдың тынғыһыҙ, ҡыҙыҡһыныусан булмыштарына һалырға тейешмен. Аҡ ҡарҙар – ул ҡот, бәрәкәт, өмөт, изгелек, мөхәббәт, дуҫлыҡ, аҡ намыҫ. Мәңгелектең өҙөлмәҫ сылбырының ныҡлығы улар. Һәр бер дәресем ошо мәңгелек ҡиммәтәрҙе уҡыусы күңеленә һалыуҙан башлана. Ошо бурыс мине көслө, матур, ғәҙел итә.

Үҙем тураһында һүҙем.

photo222.jpeg
bottom of page